Герб
Администрация сельского поселения
Абзановский сельсовет
муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Контакты
Факт. адрес
453391, Республика Башкортостан, Зианчуринский район, с. Абзаново , ул. Магадеева, 69
Прочие контакты
Юридический адрес
453391, Республика Башкортостан, Зианчуринский район, с. Абзаново , ул. Магадеева, 69

История

Ҡайҙа барһаң, ни ҡылһаң да эҙең ҡала.

Һиңә ҡарап халҡың йөҙө баһалана.

Ҙур  ғәҙәт тә, хур ғәҙәт тә . ай, тарала.

Ил- йортоңдо данлап йәшә һәр тарафта.

Абзан ауыл биләмәһе 1926 йылда ойошторолған. Абзанда йәтешле өй булмағанлыҡтан ауыл советы Юлдыбай ауылында урынлаша, 1929 йылда Абзанға күсерелһә лә 1956 йылға тиклем Юлдыбай ауыл советы булып йөрөй.  Был ауыл советына баштан уҡ Мөхәмәтйән . Әлебай, Этҡол, Абзан,  Ныяҙғол, Һаплаяҡ, Юлдыбай, Самаҙы, Урыҫ Самаҙыһы ауылдары инә .Уның тәүге рәйесе Шәмиғолов Кәлимулла һайлана. Ауыл советы рәйестәре булып  төрлө йылдарҙа Зәйнулла Шәйәхмәтов, Хәйерниса Вострицова, Йәрмөхәмәт Ҡарабаев, Сәлих Сарбаев. Булат Әхмәтов,   һ.б. эшләй. Хәҙерге  көндә был  ауылдарҙа  тырыш,  эш  һөйөүсән  халыҡ  йәшәй,  барлығы  2450. Һаплаяҡ, Заготскот һәм Урыҫ Самаҙыһы ауылдары бөткән. 1920 йылда уҡ ауылдарҙа беренсе коллектив хужалыҡтар төҙөлә. 1921 йылдың яҙында Самаҙы ауылында 6 крәҫтиән хужалығын берләштергән ТОЗ эшләй башлай, уның етәксеһе герман һәм граждандар һуғыштары яугире Дәүләтбаев  Йәһүҙә  була.

Әселе  йылғаһы буйында беренсе коллектив хужалыҡ 1926 йылда ойошторола һәм  ,, Аҡбулат ,, тип исемләнә. Уның беренсе рәйесе Нияҙғолдан Әйүп Сафаров була.  1929 йылдың көҙөндә Әселе һәм Самаҙы буйы ауылдарының бәләкәй коллектив хужалыҡтары берләшеп  ,, Октябрҙең 12 йыллығы ,, колхозын төҙөй.  Колхоз рәйесе итеп Абзандан Абдулхай Ишбулатов һайлана.

Унан һуң төрлө йылдарҙа рәйес булып   Нурислам Акманов, Сәғәҙәткирәй Дәүләтшин, , Ишбулды , Әбделмән , Ямырҙа Мырҙабулатовтар, Хөснөтдин Диңгеҙбаев, Дәүләтша Нияҙғолов  эшләй. Яңы барлыҡҡа килгән колхоздарға хөкүмәт орлоҡ, ауыл хужалығы техникаһы , аҡса бүлә . Һөҙөмтәлә 1929 йылда уҡ колхоздар үҙ ныҡлығын күрһәтә , мул уңыш йыйып алыуға өлгәшә .

1936 йылда Абзанда МТС асыла .  Директор итеп Петровскиҙан Туръянов Дәүләт  Туръян улы килә . Унан һуң директор булып Лопаткин, Харрасов, Сабиров һ.б. эшләй. Сарагулов Идрис , Хәмәтғәле Ураҡаев, Абдулхаҡ Мөхәмәтйәновтар беренсе  трактористар була .   МТС тарҙың асылыуы, уларҙың колхоздарға ярҙамы колхозсыларҙың күңелен күтәреп ебәрә , уңыштар ҙа күҙгә күренеп арта бара. Аҙаҡ МТС  РТС тип үҙгәртелә. Һуғыш йылдарында трактористар булып ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Беренселәрҙән булып тракторға Һәҙиә Ныяҙғолова ултыра. Хәҙерге Ваҡытта РТС  ,, Агротехсервис ,. итеп үҙгәртелә һәм уңышлы эшләй . Етәкселәр  булып  Әхмәҙи Набиуллин , Рәмил Сарбаев, Хәлил Назаров  эшләй.

Игенселек һәм малсылыҡтан тыш колхозда йәшелсә емеш үҫтереү , ҡортсолоҡ, йылҡы үрсетеүгә лә ихтибар бирелә . Хатта колхоздың үҙ кирбес заводы , Юлдаш тауҙарында  известь яндырыу эше була.  Әселе буйында ғына 5-6 тирмән эшләй. Берҙәм , дәртле эш көнөнән ауыл клубтарында үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары  концерттар , спектаклдәр менән сығыш яһай , күңелле уйындар үтә.

Колхоз ҡоролошо нығынып , илһамланып эшкә тотонған халыҡты хәүефкә һалған ваҡиғалар ҙа була илебеҙ тарихында . 1937-1938 йылдарҙағы репрессиялар  беҙҙең ауылдарҙы  ла урап үтмәй . Самаҙынан Колхоз рәйесе Байгилдин Ғәбит ,тимерсе Сәлмән Ямгурчин,  Сураштан Ғәзиз Сәйфуллин , Абзандан бухгалтер Доброхотовтар  был солғанышҡа эләгә.

Абзан  ауыл  советынан  Бөйөк Ватан  һуғышында  613  кеше  ҡатнашып  310  ғына  тыуған  яҡтарына  әйләнеп  ҡайта  алды.

Һуғыш  ыҙаларынан  миктәгән  ауылдарҙы  төҙөкләндереү,  колхоздарҙы  аяҡҡа  баҫтырыу  еңелдән  булмай.  Әммә  ил  күргәнде  бергә  күреп, бар  ауырлыҡтарҙы  еңеп  ауыл халҡы  ла  яңы,  тыныс  тормош  ҡора. 1946  йылда  Ейәнсура  районынан  айырып  Абзан  районы  ойошторола,  уның  үҙәге  Абзан  ауылында  урынлаша. 1956  йылда  ҡабат  Ейәнсура  районына  ҡушыла.

Хәҙерге ваҡытта Рәсәй экономикаһында алдынғы урындарҙы биләгән Башҡортостан үҫешенә Абзан ауыл советы биләмәһендәге ауыл халҡы ла тос өлөш индерә. Ауыл хужалығында тырышып эшләп хөрмәт һәм дан ҡаҙанған эшсәндәребеҙ исемлеген бик оҙаҡ уҡырға тура килер ине. Улар хөкүмәттең Дан, Октябрь революцияһы , Ҡыҙыл байраҡ , Почет билдәһе  ордендары  кавалерҙары Абзандан  Г.А. Асылбаев , Хәсән Ниязгулов. Нәфис Рахматуллин  , Халитов Шәрифйән, Самаҙынан Дәүләтбаев Абдулла, Маһикамал Алтынсурина, Маһира Карабаева, Әлебайҙан Ишмөхәмәтов Мулләхмәт, Ишалина Зөлхизә, Юлдаштан Ишеғолов Фәтих, Томанчин Йәнғәле , Юлдыбайҙан Шафиҡ Изгин  һ.б..

Автономия ойошторолғандан алып бөгөнгө тыныс тормош ҡорлошона тиклем үҙҙәренең фиҙәҡәр  хеҙмәте менән дан ҡаҙанған Әселе, Самаҙы буйы ауылдарынан сыҡҡан билдәле  шәхестәребеҙ менән ғорурланабыҙ .

  1. Сөләймән Мырҙабулатов революционер, 1921 -1923 йылдарҙа Башҡортостан хөкүмәте ағзаһы, ауыл хужалығы халыҡ комиссары, колхоз ойоштороусы , Абзан мәктәбен төҙөү, ауылды Билтерҙән яңы урынға күсереү, магазиндар асыу эштәренең инициаторы .
  2. Этҡол ауылынан Ибраһимов Рәхим Кирәй улы. 1937 йылдан БАССР ҙың Юғары Совет Президиумы рәйесе.
  3. Сарбаев Рәил Сәлих улы – 2008—2010  йылдарҙа Башҡортостан республикаһы хөкүмәтенең премьер- министры  .

Мәһәҙиев Дәүләткирәй Дәүләтбай улы –журналист, Салауат Юлаев премияһы лауреаты.

Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы-  1992-1997 йылдарҙа РСФСР геология һәм ер аҫты байлыҡтанын һаҡлау комитеты рәйесе,  СССР Дәүләт премияһы лауреаты.

 

Билдәле шәхестәребеҙ исемлеген тағы ла дауам итергә була .

Бикбулатов Зиннәт Төхвәт улы-  медицина фәндәре докторы ,профессор, академик .

Ғүмәров Һаҙый Вәли улы- РСФСР –ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Сапрыкин Алексадр Николаевич-  полковник , Хәрби фәндәр кандидаты, доцент.

Исмәғилев Мирсал Зәйнәғәбдин улы-табип, Почет билдәһе ордены кавалеры .

Ғилман Иҙрисов- шағир .

Беренсе мәктәптәр   Абзан, Этҡол,Нияҙғол,Самаҙы ауылдарында 1917 йылда, Юлдыбайҙа 1918 йылда асыла. Усман Ишбулатов ,Үзәрбаев Юныс, Һибәтулла Иҙелбаев , Мөхәмәт Ҡарабаев, Ғөбәйҙулла Аслаевтар тәүге уҡытыусылар була. 1925 йылда Абзан мәктәбе яңы бинаға күсә һәм 1928 йылда 7 йыллыҡ итеп үҙгәртелә , ә инде 1935 йылда урта мәктәп булып китә.

Ул бөтә районда берҙән-бер башҡорт урта мәктәбе була . 1946 йылда Абзан яңы район үҙәге булып киткәс , мәктәптә урыҫ кластары асыла .  Төрлө йылдарҙа уның директоры булып  Фәтхи Ваһапов,  Вәли Мөхәйәров,  Байназаров Миҙхәт Зиннәт улы,  Байназарова Мөршиҙә Юныс ҡыҙы   һ.б. эшләй.

Тәүге медицина учреждениһе— медпункт Абзан ауылында 1933 йылда асыла. Унда фельдшер булып Петровскиҙан саҡырылған Панкрат Петренко эш башлай. 1939-1941 йылдарҙа  яҡташыбыҙ Ибраһимов Рәхим инициативаһы буйынса 100 койкалыҡ район больницаһы төҙөлә , әммә һуғыш башланыу сәбәпле сафҡа инеп өлгөрмәй ҡала. Шулай ҙа һуғыш йылдарында унда врачлыҡ амбулаторияһы эшләй. Сәлиха Нуриман ҡыҙы Райманова уның мөдире була.  1942 йылда һуғыштан ҡайтҡан Арыҫланова Ғәлиә Имаметдин ҡыҙын мөдир итеп ҡуялар. 1946 йылда больница бинаһын яңы төҙөлгән Абзан районы райсоветы һәм райкомы биләй, ә 10 койкалыҡ больница мәктәп ятағы булған бинаға күсә .

 

Шул уҡ  1946 йылда Райздрав отдел, санэпидстанция, амбулатория, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ойошторола.  1957 йылда больница 50 койкаға еткерелә .  Төрлө йылдарҙа унда үҙ эшенең оҫталары Зөбәйрә Дәүләтшина, Мария Щукина, Антонида Комарова, Ира һәм Ғиләз   Хөсәйеновтар, Миңлебай Баҙарғолов, Әбүзәр Әхмәтов  Аҡъюлов Абдулла, Ғәлиев Урал Һиҙиәт улы, Светлана һәм Ғәфүр Мәһәҙиевтар ,  Рауил Уракаев , Ишемғолова Миңзифа Юныс ҡыҙы, Фәүзия Шәкир ҡыҙы Файзуллина, Тимербулатов Рәүеф Шамардан улы халыҡ һаулығы һағында тора.  Хәҙерге ваҡытта больница 1997 йылда төҙөлгән яҡты, йылы бинала эшләй

 

Абзанда 1926 йылда дәүләт магазиндары асыла ,  ҡулланыусылар кооперативы ойошторола. Уның 1-се рәйесе Раунаҡолислам Аллағолов була. Сельсоветтың бөтә ауылдарында ла беҙҙең көндәргәсә дәүләт магазиндары эшләне .  Абзанда 1926 асылған почта бүлексәһе хәҙер ҙә тирә-йүн ауылдарын хеҙмәтләндерә

 

Биләмәбеҙҙәге һәр ауылда фелдшер- акушерлыҡ пункттары эшләй.  2006- 2015 йылдарҙа Абзанда, аҙаҡ Самаҙыға күсерелеп  мөмкинселектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәге эшләне .

 

Беҙҙең ауылдар данын илебеҙҙә билдәле , данлы  шәхестәребеҙ , егәрле эшсәндәребеҙ, белемле, аҡыллы йәштәребеҙ , татыу, уңған  ғаиләләребеҙ тота. Өлгөлө, абруйлы ғаиләләр бик күп беҙҙең ауылдарҙа.

 

Беҙҙең ауыл советына ҡараған бөтә ауылдарҙа ла хәҙер төҙөк, ҙур, йылы клубтар, китапханалар эшләй. Абзанда беренсе китапхананы 1928 йылда  Ғәйнизар Туғыҙбаев ойошторған .

1984 йылда  төҙөлгән , ауылыбыҙҙың күрке булған ике ҡатлы йортта Абзан ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана   халыҡҡа ял итеү  мөмкинселеге . Юлдаш, Әлебай, Самаҙы, Юлдыбай ауылдарында ла клубтар төҙөк .   Ауылдың йыр- моң һөйгән , һәләтле ир- егеттәре һәм ҡатын –ҡыҙҙары бында үҙешмәкәр сәнғәт  коллективтарына ойошҡан.

Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең данлы ла, шанлы ла тарихын байҡап, дингә ҡарата эшләнгән хаталарҙы аңлап ,  уларҙы төҙәтеү ,иманға ҡайтыу юлдарын эҙләйбеҙ. Был юлда Этҡол , Абзан, Самаҙы  ауылдарында төҙөлгән мәсеттәр маяҡ булып тора .

Колхоз-совхоздарҙың тарҡалыуы ауыл тормошона ауырлыҡтар килтерҙе , әммә ауылдарыбыҙҙың егәрле , тырыш, сәмле кешеләре һынауҙарға бирешмәй баҙар шарттарында эшләргә,  йәшәргә өйрәнә. Ҡыйыуҙар һәм тәүәкәлдәр үҙ эштәрен аса. Әлебайҙан Илфат Хәсәев , Юлдаштан Бикбулатов Әсҡәт, Абзандан Руслан Самарбаев, Зулиә Сапарова, Рәил Абдулов , Самаҙынан Ҡылысбаев Юнир һ.б. ауылда яңыса йәшәү өлгөһө күрһәтә.